САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
11 Февраль 2020, 18:26

Камиллыҡҡа сик юҡ

Белорет ҡалаһының «Олимп» физкультура-һауыҡтырыу комплексында каратэ федерацияһы ойошторған уҡыу-күнекмә йыйыны үтте. Унда беҙҙең райондан тренер Эдуард Зәйнетдинов етәкселегендә йәш спортсылар Иҙел Ҡадыров, Әмир Насиров ҡатнашты.
Тренерҙар һәм спортсылар өс көн дауамында донъя каратэһы спорт техникаһында яңылыҡтарҙы, көрәштең тактик алымдарын, спортсыларҙың физик көсөн һәм сыҙамлылығын күтәреү өсөн яңы күнекмәләр өйрәнде.
Тренер Э. Зәйнетдинов семинарҙа алған белемдәрен «Көрәшсе» спорт клубында актив ҡуллана башланды.
Читайте нас: