САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
11 Февраль 2020, 18:02

Фестиваль-марафон башланды

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған «Еңеү салюты» халыҡ ижады республика марафоны Яңауыл районында үтеп, унда район үҙешсәндәре уңышлы сығыш яһаны. Улар республика марафоны символикаһы «Еңеү» штандартын һәм «Мәңгелек ут» капсулаһын районға алып ҡайтты.
Был уңайҙан ауыл Советы ауыл биләмәһенең үҙешсән коллективтары араһында республика фестиваленың район этабы старт алды. Беренселәрҙән булып Аҡкүҙ ауыл советы ауыл биләмәһе үҙешсәндәре Иҫәнбай ауыл мәҙәниәт йортонда сығыш яһап, күркәм концерт номерҙары бүләк итте.
Аҡкүҙҙәр вокал, фольклор сығыштары, йыр һәм бейеүҙәре менән тамашасы күңелен яуланы. Һәр ҡатнашыусы ихлас әҙерләнеп, иҫәнбайҙарға яҡшы кәйеф һәм күңелле ял минуттары бүләк итте.
Концерт аҙағында Аҡкүҙ ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Венер Әхмәтйәнов Иҫәнбай ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Фәғитйән Зариповҡа штандарт һәм «Мәңгелек ут» капсулаһын тапшырҙы.
Әлеге фестивалғә йомғаҡ декабрҙа яһалып, иң яҡшы номерҙар һайланып, район мәҙәниәт һарайында Гала-концерт үтәсәк.
Читайте нас: