САРМАНАЙ
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
11 Февраль 2020, 18:20

Һеҙҙе бында көтәләр

Советтар Союзы Геройы Валентин Паширов исемендәге 1-се Кушнаренко мәктәбендә үткән йылдарҙа мәктәп тамамлаусылар, район хакимиәте һәм белгестәре, ойошмалар вәкилдәре ҡатнашлығында түнәрәк өҫтәл үтте.
Рәсми булмаған шарттарҙа районды үҫтереү, юғары һәм урта уҡыу йорттары студенттары менән элемтә урынлаштырыу тураһында һөйләшеү барҙы. «Ватанға юл – үҙ-үҙеңә юл» – осрашыуҙың темаһы шундай булды. Ә кесе Ватан, һөйләшеү барышында билдәләнеүенсә, «Һине һәр ваҡыт көткән урын!
Һөйләшеү барышында студенттар күп кенә һорауҙар бирҙе. Буласаҡ архитектор, дизайнсы, нефтселәр диплом алғандан һуң уларға районда эш булырмы, нигә районда иҫтәлекле урындар әҙ, органик продукттар етештереүҙе ойоштороп буламы тигән һәм башҡа мәсьәләр менән ҡыҙыҡһынды.
Осрашыу йылы шарттарҙа үтте. Буласаҡ белгестәр менән осрашыуҙың һуңғыһы түгел тип ышанабыҙ.
Читайте нас: