САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
11 Февраль 2020, 18:15

Беҙ – спорт яҡлы

Балалар спорт мәктәбе бассейнында оборона-масса эше һәм спорт айлығы сиктәрендә район мәктәптәренең башланғыс синыф уҡыусылары араһында йөҙөү буйынса шәхси беренселек үтте.
Малайҙар һәм ҡыҙҙар ирекле стиль менән илле метр арала уҙышты. Беренсе-икенсе синыфтар араһында ҡыҙҙарҙан иң яҡшы һөҙөмтәне Сафия Багданова күрһәтте. Полина Шематонова – икенсе, Илина Әминева өсөнсө урындарҙы алды. Улар барыһы ла 1-се урта мәктәп уҡыусылары.
Малайҙар араһында 1-се урта мәктәптән Дима Хатипов һәм Әмир Ахунов беренсе һәм өсөнсө урындарға сыҡты. Гимназиянан Денислам Сабиров өсөнсө урында.
Өсөнсө-дүртенсе синыфтар араһында ҡыҙларҙан Алина Ғәлимова (гимназия) чемпион булды. Ошо уҡ мәктәптән Диана Хәмәтдинова өсөнсө һөҙөмтә күрһәтте. 1-се урта мәктәп уҡыусыһы Александра Севастьянова икенсе урында.
Малайҙар араһында Амаль Зәйнетдинов чемпион исемен яуланы. Никита Шиков – икенсе, Арсэн Багданов өсөнсө урындарҙы алды. Улар барыһы ла 1-се урта мәктәп уҡыусылары.
Еңеүселәргә һәм призлы урындарҙы алыусыларға миҙал һәм грамоталар тапшырылды.
Читайте нас: