САРМАНАЙ
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
7 Февраль 2020, 20:42

Фольклориаданы ҡаршылап

Беҙҙең Саҡмағош районы Митрәй-Әйүп ауылы мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре атай-олатайҙарыбыҙҙан ҡалган фольклор күренештәрне тергезеү өсөн актив эш алып бара. Һуңғы йылдарҙа “Нәүрүҙ-байрам”, “Ҡарға бутҡаһы”, “Беренсе бураҙна”, “Кәккүк сәйе”, “Орсоҡ өмәһе”, “Ҡаҙ өмәһе” кеүек фольклор күренештәре тергеҙелде. Балаларҙы яҡлау көнөндә йыл да улар өсөн һабан туй үткәрелә. “Орсоҡ өмәһе” фольклор күренеше менән Рәжәп ауылында урнашҡан өлкәндәр йәшәгән интернатта ла сығыш яһаныҡ.

Быйыл Башҡортстанда үтәсәк фольклориадаға әҙерлек сиктәрендә йәнә боронғо йолаларҙы искә төшөрөп, “Йәш йөрәктәр” фольклор коллективы менән “Билмән яһау өмәһе”н үткәрҙек. Өмә барышында һәр ҡайһыбыҙ үҙенең ҡамыр баҫыу, билмән эслеген әҙерләү тәжрибәһе менән уртаҡлашты.

Резида Ниғманова,

мәҙәниәт йорто мөҙире.
Читайте нас: