САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
6 Февраль 2020, 17:39

Һөҙөмтәле эшсәнлек алып барыла

«Илеш МТС» йәмғиәте уңгандары продукция арттырыуҙы тәьмин итеү һөҙөмтәһендә йылдың-йылында юғары күрһәткестәргә ирешә һәм райондың иҡтисадын нығытыуға лайыҡлы өлөш индерә. Әйтергә кәрәк, хужалыҡ эшсәндәре уҙған йылдала һынатманы – баҫыусылыҡтағы, малсылыҡтағы уңыштары һөйөнөрлөк, эш тәжрибәләре башҡаларға өлгө итеп ҡуйыярлыҡ. Күптән түгел йәмғиәттә уҙған йылдағы эшсәнлеккә йомғаҡ яһсу, һөҙөмтәрҙе анализлау, киләсәккә пландар билдәләү, алдынғыларҙы тәбрикләү маҡсатында отчет йыйылышы үтте.
Ошо хисап йыйылышында яңғыраған һандар йәмғиәттең һәр тармаҡта ҡәнәғәтләнерлек һөҙөмтәләргә ирешеүен асыҡ дәлилләне. Әйтәйек, малсылыҡ тармағына килгәндә, мал аҙығы етерлек күләмдә хәҙерләнелеп, һәр башҡа 45 центнер тура килә.
Йәмғиәттә төп иғтибар һөт етештереүгә бирелә. Был уңайҙан Теләкәй һөтсөлөк фермалары эшсәнлеге маҡтап телгә алынды. Бында һөт етештереү йылдан-йыл арта бара.
Йәмғиәт – республикала иң ҙур майҙандарҙа рапс игеү менән шөғөлләнеүсе предприятие булараҡ, уҙған йылда уның "Юбилейный" суперэлита сортын 1289 гектарда үҫтергән. Әлеге культура яҡшы уңыш менән һөйөндөргән – 26 мең 42 тонна тәшкил иткән. Рентабеллелек – 32 процент. Уны һатыуҙан хужалыҡ кассаһына 44 млн. һум аҡса ингән.
Отчет йыйылышында район ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Илдар Нәбиев ҡатнашып, үҙ сығышында йәмғиәт эшенә уңай баһа бирҙе һәм тырыш хеҙмәттәре, район иҡтисадын нығытыуға индергән өлөштәре, алдынғы позицияла барыуҙары өсөн мтстарға рәхмәтен еткереп, Радик Саҙировҡа, Сергей Лебедев муниципаль район хакимиәтенең, Рәсил Ғарифуллинға, Рәгин Васюковка район ауыл хужалығы идаралығының Маҡтау грамоталарын тапшырҙы.
Читайте нас: