САРМАНАЙ
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
6 Февраль 2020, 13:16

Ирекмәндәр сафы артты

Республикала иғлан ителгән "Айыҡ ауыл-2019” конкурсында ҡатнашыусы Рапат ауыл Советы биләмәһендә ошо көндәрҙә “көмөш” волонтерҙар ҡатнашлығында күләмле сара үтте. Ауыл мәҙәниәт йорто китапханаһында өлкән быуын кешеләрен дә әүҙем ирекмәндәр хәрәкәтенә йәлеп итеү маҡсаты менән ойошторолған был сараға өс тиҫтәнән артыҡ кеше килде.

Бығаса үҙҙәрен актив волонтерҙар итеп күрһәткән уҡыусылар башҡарған эштәрен тасуирлаған фотопрезентация тәҡдим иттеләр, был эштәр тураһында хисап тоттоп, һөҙөмтәләр яһанылар, үҙ фекер-тәьҫораттары менән уртаҡлаштылар. Артабан малайҙар-ҡыҙҙар өлкән волонтерҙарға рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, уларҙы ла үҙҙәренең ирекмәндәр ғәиләһенә ҡабул иттеләр. Бынан тыш, йәштәр сара барышында уны ойоштороусыларға ярҙам иттеләр.

Сарала ҡатнашыусылар алдында ауыл биләмәһе хәкимиәте башлығы Р.Р.Латипов һәм район мәҙәниәт йорто вәкиле Ә.Ф.Ғатауллина ла сығыш яһаны. Волонтерҙар хәрәкәтенә ҡушылған өлкәндәргә “Көмөш волонтер” тип яҙылған футболкалар тапшырылғанан һун улар ирекмәндәр антын яңғыратты. Артабан сарала ҡатнашыусылар дүрт төркөмгә бүленеп, һәр кайһы үҙ майҙансығында ауыл биләмәһендә “Минең бәхетле ауылым”, “Беҙ сәләмәт киләсәк яҡлы!”, “Яшәү – бәхет ул!”, “Йәшә һәм сәскә ат, ауылым!” темалары буйынса саралар үткәреү проекттарын әҙерләнеләр һәм ул проекттарҙы яҡланылар.

Фәриҙә Ғиҙҙәтуллина,

биләмәнең йәштәр эштәре буйынса белгесе.
Читайте нас: