САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
6 Февраль 2020, 16:57

Еңеү Аллеяһы – балалар күҙлегенән

Урындағы тәҡдимдәрҙе хуплау программаһында ҡатнашыу сиктәрендә Иҫке Бәшир ауыл моделле китапханаһы хеҙмәткәрҙәре, ауыл биләмәһенең йәштәр эштәре буйынса белгесе һәм Иҫке Бәшир урта мәктәбе коллективы берлектә “Еңеү Аллеяһы – балалар күҙлегенән” тип исемләнгән рәсемдәр конкурсын ойошторҙо. Был сарала шулай уҡ урындағы тәҡдимдәрҙе хуплау программаһының ауыл биләмәһендәге инициатив төркөмө ағҙалары ла ҡатнашты. Конкурс алдынан әңғәмә үткәрелде. Уның барышында уҡыусыларҙы алдағы йылдарҙа беҙҙең ауыл биләмәһенең ошо программала ҡатнашыуы, бының һөҙөмтәһендә башҡарылған эштәр һәм ағымдағы йылда программала ҡатнашыу өсөн ҡуйылған талаптар, уның маҡсатлы йүнәлеше һәм актуальлеге тураһында мәғлүмәт еткерелде.

Быйыл беҙҙең ауыл Советы биләмәһе “ППМИ-2020” программаһында Иҫке Бәшир ауылындағы Еңеү Аллеяһын тулыһынса яңыртыу һәм төҙөкләндереү проекты менән ҡатнаша. Был проект шуныһы менән дә айырым игътибарға лайыҡ: 2020 йылда илебеҙ Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләй һәм ауыл уртаһындағы яңыртылған Еңеү Аллеяһы Ватан аҙатлығы өсөн ғүмерҙәре менән түләгән яҡташтарыбыҙҙың яҡты иҫтәлеген һәм ҡаһарманлығын данлау символы булып торасаҡ.

Балалар был проект идеяһын берҙәм хупланылар һәм ҙур теләк менән һүрәттәр конкурсында ҡатнаштылар.
Г.Хәсәнова, М.Смакова,

инициативалы төркөм ағҙалары.
Читайте нас: