САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
5 Февраль 2020, 16:30

Юғары баһа алдылар

Район мәҙәниәт йортоноң Роза Сабурова етәкселегендәге «Ағиҙел моңдары» вокаль квартеты Илфаҡ Смаков исемендәге приз өсөн «Йырҙа ҡалһын беҙҙең ғүмерҙәр» төбәк-ара бәйгелә уңышлы сығыш яһаны.
Саҡмағош мәҙәниәт йорто сәхнәһендә иллегә яҡын коллектив һәм янғыҙ башҡарыусы еңеү өсөн көрәште.
– Гөлназ Ханнанова, Мөнирә Хаматханова, Динара Фазлыева һәм мин төрлө конкурстарҙа йыш ҡатнашабыҙ. Ләкин быныһы хәтеребеҙҙә оҙаҡ һаҡланыр. Иҙрис Ғәзиев, Асия Смакова, Фәүҙәт Ғиләжев кеүек танылған кешеләрҙән сығышыбыҙ тураһында күп йылы һүҙҙәр ишеттек, – ти квартет етәксеһе.
«Вокаль ансамбль» номинацияһында беҙҙең ҡыҙҙар икенсе дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды. Уларҙы ихлас ҡотлайбыҙ һәм яңынан-яңы ижади уңыштар теләйбеҙ!
Читайте нас: