САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
5 Февраль 2020, 14:04

Уңғанлыҡтарына һоҡланырлыҡ

Ауыл – ер һөйөүсе, хеҙмәт яратыусы уңғандары менән бай һәм көслө. Емертеп эшләй ҙә, гөрләтеп йәшәй ҙә белгән кешеләр генә - тыуған яғын йәмләргә, уның баһаһын күтәрергә һәләтле. Дөрөҫ, ауылда донъя көтөү еңел түгел. Әммә үҙҙәренең эшенән ҡәнәғәтлек, тыуған тупраҡтан көс-ғәйрәт алып йәшәгән ябай хеҙмәт кешеләре ауырлыҡтар менән иҫәпләшмәй, һәр яңы көнгә һөйөнөп ғүмер итә белә.
Иләкшиҙе ауылында йәшәүсе Ләйсән һәм Рөстәм Ямаевтар – ана шундай эш һөйәр ғаиләләрҙең береһе. Улар бөтә ғүмерҙәрен ауыл хужалығы менән бәйләп, намыҫлы хеҙмәт һала. Ғаилә башлығы Иләкшиҙе һөтсөлөк фермаһында малсы булып эшләһә, Ләйсән Флүр ҡыҙы килен булып төшкәндән бирле – һауынсы. Ямаевтар һәр ваҡыт алдынғылар исемлегендә, үҙ вазифа бурыстарын еренә еткереп башҡара. Донъялары ла етеш, мал, ҡош-ҡорт аҫрайҙар, йәшелсә-емеш үҫтерәләр.
Күркәм ғаиләлә дүрт бала үҙә, Алһыу менән Роберт Өфө урман хужалығы техникумында, Рамазан менән Аделина М.Гәрәев ис. Бишҡурай урта мәктәбендә 4-се һәм 1-се синыфтарҙа белем ала.
Фото ғаилә архивынан.
Читайте нас: