САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
5 Февраль 2020, 18:25

МӨМКИНЛЕКТӘР БАР

Район ауыл хужалығы предприятиеларының сираттағы йомғаҡлау йыйылышы “Россия” тоҡомсолоҡ заводында үтте.
- Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса хужалыҡ үҙенең йылъяҙмаһында яхшы биттәр ҡалдырҙы, - тип билдәләне йәмғиәттең генераль директоры Рәфил Ғүмәров - Йыл дауамында коллективта 85 кеше эшләне, уларҙың уртаса йәш ҙурлығы – 39,5. Кадрҙар – белгестәр, механизаторҙар, терлекселәр бар. Һәр кем үҙ урынында. Сәсеү эштәре, мал аҙығы хәҙерләү, урып-йыйыу, терлекселек фермалары һ.б. өсөн техника етерлек. Уларҙы яңыртыуға йыл һайын тиҫтәләгән миллион һум аҡса бүленә. Был ҙур сығымдар һәм улар үҙен аҡларга тейеш.
Хужалыҡ бөртөклөләр һәм мал аҙығы культураларынан яҡшы һәм сифатлы уңыш алыуға йөҙ тота, шул рәүешле уларҙың үҙҡиммәтен кәметеүгә ирешә, был иһә баҙарҙа уңышлы конкурентлыҡ итеүгә мөмкинлек бирә. Шуға ла заманса ауыл хужалығы техникаһы һатып алыуға баҫым яһала. Улар араһында – "ФЕАТ АГРО" ҡатнаш сәсеү комплексы. Уны ҡулланыу тупраҡты минималь эшкәртеү системаһында ла нәтижәле. Продукцияны яҡшы һаҡлауға бөртөклө һәм башҡа культураларҙы беренсел таҙартыу өсөн булдырылған "УЗМ-30/15" универсаль ашлыҡ таҙартыу машинаһы булышлыҡ итә. Пресланған һаламды баҫыуҙарҙан ҡайтарыу өсөн билдәләнгән заманса рулоновоздар эштә уңайлылыҡ тыуҙыра.
Бөртөклөләр элеккеге йылдарҙығы майҙандарға үҫтерелгән. Барлығы 75064 тонна ашлыҡ йыйып алынған, гектар көсө – уртаса 25,1 центнер.
Хеҙмәт хаҡы өсөн 21 миллион 600 мең һум аҡса тотолған, элеккеге елгы күләмгә ҡарата үҫеш 13 процент тәшкил итә. Уртаса хеҙмәт хаҡы 24,817 һум, 14 миллион һум һалым түләнгән.
Йомғаклау йыйылышында район хакимиәте башлығы Риф Йосопов ҡатнашты һәм сығыш яһаны. Ул, иҡтисади үҫеш күҙлегенән сығып, терлекселек үҫешенең мөһимлеген билдәләне, район уны үҫтереүҙең ҙур производство потенциалына эйә, тине. Ауыл территорияларын комплекслы үҫтереү кеүек дәүләт программалары һ.б. тураһында һөйләне.
Үҙ сығышын тамамлап, Риф Сәғәҙәтулла улы терлекселек фермаһы мөдире Ришат Хәкимовҡа район хакимиәтенең Почет грамотаһын тапшырҙы.
Гөлөк терлекселек фермаһы мөдире Ришат Ғүмәр улы Хәкимов.
Читайте нас: