САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
5 Февраль 2020, 18:15

Истә ҡалырлыҡ осрашыу булды

1 февраль көнөндә Саҡмағоштағы мәҙәниәт йортонда һуңғы йылдарҙа район мәктәптәрен тамамлап, төрлө ҡалаларҙа һөнәр үҙләштереүсе студент яҡташтарыбыҙ менән туған ерҙә осрашыу ойошторолдо. Унда район хәкимиәте етәкселәре йәштәр менән туранан-тура әңғәмә алып барҙы. Һөйләшеү барышында буласаҡ йәш белгестәр муниципаль район хәкимиәте башлығы Реканс Фәнил улы Ямалеевҡа, район хәкимиәте етәкселәренә үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙар менән мөрәжәғәт итте. Осрашыуҙа шулай уҡ төрлө уҡыу йорттарында белем алғанан һуң туған яҡҡа эшкә ҡайтып үҙ һөнәрҙәре буйынса тәжрибә туплаған һәм хәҙерге ваҡытта ойошма-учреждениеләргә идара иткән йәш етәкселәр ҙә сығыш яһаны.

Арытабан осрашыуҙы студентлар әҙерләгән музыкаль номерҙарҙан төҙөлгән концерт дауам итте. Был көндө мәҙәниәт йортонда үткән сараның икенсе өлөшөндә студенттар өсөн улар белем алған һөнәри йүнәлештәр буйынса райондың ойошма-предприятиеларына һәм учреждениеларына экскурсиялар ойошторолдо. Район студенттары менән осрашыу көнө киске сәғәттәрҙә “Саҡмағош-Арена” һырғалағында һәм район мәҙәниәт йортонда үткән дискотекалар менән тамамланды.
Читайте нас: