Урындағы тәҡдимдәрҙе хуплау программаһы район авылдары ерлегендә бик күп күләмле эштәр башҡарырга мөмкинлектәр аса. Бөгөнгө көндә Башҡортостан Республикаһы һәм район хәкимиәте халыҡтың көнкүрешен яҡшыртыуға ҙур әһәмиәт бирә. Ауыл биләмәләре ошо программала ҡатнашып, халыҡ менән берлектә ниндәй дә булһа төҙөкләндереү эшен башҡарып сыға.
Уҙған 2019 йылда урындағы тәҡдимдәрҙе хуплау программаһы сиктәрендә Үрнәк ауыл Советына ҡараған Көсәкәй ауылына юл һалынды. Ағымдагы 2020 йылда ошо уҡ биләмәлә урынлашҡан Киндеркүл ауылына урындағы тәҡдимдәрҙе хуплау программаһы нигеҙендә юл төҙөкләндереү ҡаралған. Был йәһәттән Үрнәк, Аблай мәктәптәрендә әлеге программаның асылы, унда ҡатнашыу шарттары менән таныштырыу маҡсатында аңлатыу эштәре алып барылды, һүрәттәр конкурстары үткәрелде. Балалар уларҙа ҙур теләк менән ҡатнашты. Һәр ҡайһы юлды нисек төҙөкләндереп буласаҡты күҙаллап, үҙ фекерҙәрен һәм тәҡдимдәрен ижади эштәрендә – рәсемдәрҙә һүрәтләне.