САРМАНАЙ
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
4 Февраль 2020, 18:04

Ҡар-бурандар ғына туҙып ҡалды..

Йәкшәмбе, 2 февралдә, Саҡмағоштағы “Ҡарағай” ял базаһында район ойошторолоуҙың 90 йыллығына арнап, саңғыла шуу ярыштары үтте. Был күләмле спорт сараһын Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың сәләмәтлек һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитеты ағҙаһы, яуаплылығы сикләнгән “Сихәт” йәмғиәте директоры И.М.Усманов һәм “Ҡарағай” ял базаһы директоры Р.Н.Хәбиров ойошторҙо һәм иғәнәселәре булды.

Ярыштарҙа Өфө, Бөрө, Туймазы, Нефтекама, Дүртөйлө ҡалаларынан, Өфө районының Авдон ҡасабаһынан, Дүртөйлө, Илеш, Ҡырмыҫҡалы, Шаран һәм үҙебеҙҙең Саҡмағош районынан 69 спортсы ҡатнашты. Ярыштар йәш категориялары буйынса төркөмдәргә бүленеп ойошторолдо. Улар барыһы ла яҡшы әҙерлекле, көсле саңғысылар булғанлығын дәлилләп, трассаны мөмкин ҡәҙәр тиҙрәк ваҡытта уҙарға ынтылды.
Читайте нас: