САРМАНАЙ
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
31 Ғинуар 2020, 16:44

“Йырҙа ҡалһын беҙҙең ғүмерҙәр...”

  • 30 ғинуарҙа район мәҙәниәт йортонда танылған яҡташыбыҙ, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Илфаҡ Смаковтың тыуына 80 йыл тулыуға арналған Хәтер кисәһе һәм уның исемендәге йырсылар конкурсы үтте. Быға ҡаҙәр район күләмендәге йыр бәйгеһе булған был ижади конкурстың географияһы киңәйде – ул төбәк-ара конкурс статусына эйә булды. Мәшһүр яҡташыбыҙҙың юбилейына арналған быйылғы бәйгелә үҙебеҙҙең район сәхнә оҫталарынан тыш Асҡын, Шишмә, Мишкә, Кушнаренко райондарынан, Дүртөйлө, Өфө, Нефтекама ҡалаларынан башҡарыусылар ҡатнашты. Конкурсанттарҙың оҫталыҡ кимәлен Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, сәнғәт фәндәре кандидаты, профессор Иҙрис Ғәзиев (жюри рәисе), Башҡортстандың халыҡ артисткаһы Асия Смакова, республика халыҡ ижады үҙәгенең жанрҙар буйынса баш белгесе Наталья Кондакова, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, И.Смаков призына 1993 йылда беренсе тапҡыр үткән йырсылар конкурсының Гран-при эйәһе Фәүҙәт Ғиләжев, мәҙәниәт йорто директоры Эльвир Халиҡовты берләштергән жюри баһаланы.
    Конкурста Гран-приҙы Шишмә районының вокаль ансамбле яуланы.











Ещё










Читайте нас: