Рәсәйҙә Совет ғәскәрҙәрен Әфғанстан еренән сығарыуға 31 йыл тулыу билдәләнәсәк истәлекле көн алдыннан Саҡмағош балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә урынлашҡан муниципаль тестлаштырыу үҙәгендә интернационалсы яугирҙәр менән осрашыу үтте. Уның барышында яугир райондаштырыбыҙ өсөн ГТО физкультура-спорт комплексы фестивале оештырылды. Аның барышында утлы һуғыш юлдарын үткән яҡташтарыбыҙ был комплекс нормаларын да тапшырҙылар.