САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
31 Ғинуар 2020, 17:22

Яҡшы күрһәткестәр менән

М.Горький ис. кооператив райондың тотроҡло эшләүсе хужалыҡтарынан һанала. Шул рәүешле, үткән йылда ла баҫыусылыҡта, малсылыҡта берҙәм хеҙмәт һалып һәм күптән түгел уҙғарылған отчет йыйылышында уға йомғаҡ яһап, 2020 йылды уңышлы ғына башлап ебәрҙе кооператив ағҙалары.
Кооперативтың йыллыҡ отчет йыйылышы эшлекле төҫтә үтеп, рәйес Иршат Рәүил улының докладында иҡтисади-финанс хәленә ентекле анализ яһалды, нигеҙле сағыштырыу аша үҫеш резервтары барланды, кәмселектәр тәнҡитләнде, пландар ҡабул ителде. Йыйылыш бар тырышлыҡтарын ошо кооперативҡа бағышлаған хеҙмәткәрҙәр Фикус Мослоховты, Миҙһәт Сәйфуллинды, Риф Фәрхетдиновты, Ильяс Кәримовты тантаналы шарттарҙа лайыҡлы ялға оҙатыуҙан башланды. Хужалыҡ рәйесе уларҙың һәр береһенә маҡтау, рәхмәт һүҙҙәрен белдереп, бүләктәр тапшырҙы.
Отчет йыйылышында район ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Илдар Нәбиев ҡатнашып, кооператив эшсәнлегенә уңай баһа бирҙе һәм намыҫлы хеҙмәттәре, малсылыҡта ирешкән уңыштары өсөн кооперативтың Һеңрән һәм Ҡаҙер һөтсөлөк фермаһы мөдирҙәре Нурислам Вәлиевҡа, Рәсим Шәмсиевҡа – муниципаль район хакимиәтенең, малсы Фәнил Биктимеровҡа, иретеп йәбештереүсе Дифҡәт Дәүләтовҡа район ауыл хужалығы идаралығының Почет грамоталарын тапшырҙы.
Йыйлыштан һуң ауыл эшсәндәре өсөн Татарстандың атҡаҙанған артисты Әлфинә Әҙһәмова, «Бәхетле» төркөмө егеттәре үҙҙәренең дәртле йырҙарын бүләк итте. Ауыл уңғандарына күстәнәс пакеттары таратылды.
Читайте нас: