САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
31 Ғинуар 2020, 14:32

Ҡыҙыҡлы осрашыуҙа ҡатнаштыҡ

Кушнаренко күп профилле һөнәри колледжында төрлө саралар үткәрелеп тора. Унда ҡатнашып студенттар үҙҙәренә рухташтар таба, үҙҙәрендә яҡшы сифаттарҙы үҫтерәләр.
Йыл аҙағында «Башланғыс синыфта уҡытыу» белгеслеге буйынса Сулпан Килмөхәммәтова һәм Валерия Арсланова Халыҡ-ара донъя халыҡтары телдәре фестиваленә барҙы. Унда Башҡортостан, Рәсәй төбәктәре уҡыу йорттарынан 500-ҙән артыҡ вәкил, Ангола, Вьетнам, Египет, Һиндостан, Конго, Сенегал, Палестина, Йемен, Ҡазаҡстан, Үзбәкстан һәм башҡа илдәрҙән студенттар ҡатнашты.
–Сығыштар барышында беҙ төрлө телдәрҙең нисек яңғырауын ишеттек, хатта бер нисә һүҙ һәм һөйләм отоп алдыҡ, был илдәрҙең мәҙәниәте һәм йолалары тураһында күп нәмә белдек, – тип һөйләне ҡыҙҙар.
Читайте нас: