Дүртөйлөлә “Я есть Дюртюли” тигән урам фестивале үтте. Унда Өфөнән стрит-арт рәссамдар Олег Кайбышев, Дамир Хәтмуллин, Мансур Зияев, Дүртөйлөнән - Артур Яхин һәм Артур Абдрахманов катнашты.
Фестивальдә ҡатнашыусылар киләсәктә буласаҡ үҙҙренең коллектив портретын яһаны. Ойоштороусылар саҡырылған үҫмерҙәр менән көн дауамында бергә эскиздар әҙерләне, артабан уларҙы стрит-арт техникаһында өс мөйөш формаһындағы призмаға күсерҙеләр һәм эштәрен “Таныш” сауҙа үҙге янында урамға ҡуҙылар.
Шулай уҡ стрит-арт фестивале ҡыҫаларында ҡаланың тарихи урындары буйлап квест үтте. Мәктәп уҡыусылары үҙҙәрен ҡала тарихын белеүҙә тикшерҙе, Маршрут барышында улар ҡыҙыҡлы биремдәр үтәне һәм фотографиялар өсөн ғәҙәти булмаған сюжеттар уйлап тапты. һуңғы пункт “Таныш” сауҙа үҙәге ине, еңеүселәр дә шунда билдәләнде. .
Бында рәссамдарҙың ҡалала яшәүселәр белән бергє яһаған һүрәттәрен ҡарарға мөмкин ине. Бумала һәм буяу баллоны мастерҙары дүртөйлеләрҙең үҙҙәрен биш йылдан һуң нисек күрһҙәре портретын төшерөргә ынтылған.