САРМАНАЙ
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
31 Ғинуар 2020, 14:46

«Кристалл»дын сираттағы енеүе !

Беҙҙең райондың «Кристалл» хоккей командаһы ун дүрт-ун биш йәшлек ауыл үҫмерҙәре араһында А. В. Тарасов исемендәге «Алтын алҡа» клубы республика ярыштарының төбәк этабында еңеү яуланы. Был йәш хоккейсыларыбыҙға Бөтәрәсәй ярыштарында ҡатнашыу хоҡуҡы бирә.
Уйындар балалар спорт мәктәбенең хоккей майҙансығында үтте.
Беренсе көндө «Кристалл» хоккейсылары артыҡ көс түкмәй генә Шишмә һәм Өфө райондары командаларын 8:3 һәм 5:1 иҫәбенә еңде. Бижбүләк районынан йәштәштәре көслө генә булып сыҡты. Шулай ҙа, иҫәп беҙҙекеләр файҙаһына булды.
«Кристалл»ға ҡаршы икенсе төркөмдә еңгән «Баҡалы» командаһы сыҡты. Уйындың беренсе минуттарынан башлап, финал һыҙғырыуы яңғырағанға ҡәҙәр көсөргәнешле уйын барҙы. Беҙҙең йәш хоккейсылар 5:2 иҫәбенә еңеү яуланы һәм Бөтәрәсәй ярыштарында ҡатнашыу хоҡуғын алды.
Команданың республика данын лайыҡлы яҡлауын теләп ҡалабыҙ.
Читайте нас: