САРМАНАЙ
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
31 Ғинуар 2020, 17:15

Хеҙмәт – һеҙҙән, хөрмәт – беҙҙән

Ауыл уңғандарын хөрмәтләү – уларҙың емешле хеҙмәттәренә булған дан билдәһе. Ауыл хужалығының ниндәй генә тармағын алма, унда үҙ бурыстарын, намыҫ менән башҡарған кешеләр эшләй. Әйтәйек, шофер һөнәре хужалыҡта иң кәрәклеләрҙең береһе. Баҫыуҙарҙан йыйналған ашлыҡты ырҙын табаҡтарына ташыу, етештерелгән продукцияны ойошма-предприятиеларға, сәүҙә нокталарына илтеп еткереү – болар барыһы ла шофер ҡарамағында.
Куйбышев ис. кооперативтың маҡтаулы водителе Халит Рахманов 40 йылға яҡын ғүмерен әлеге һөнәргә бағышлай. Ул үҙенең ата-әсәһе өлгөһөндә тәрбиәләнеп, бәләкәйҙән эш һөйөүсән булып үҫә. Әфған иле сиктәрендә хеҙмәт итеп ҡайткас, тыуған ауылында ҡала. Тырыш егеткә «ГАЗ-53» машинаһын ышанып тапшыралар. Артабан уңған, булған водитель «КамАЗ» машинаһына ултыра. Яҙғы-көҙгө мөһим кампанияларҙа һәр ваҡыт алдынғылар сафында ул. Сенаж, силос, ашлыҡ ташыуҙа өлгөрлөк күрһәтә. Мәҫәлән, уҙған йылда районда урып-йыйыу барышында Халит Хәниф улы «Иң яҡшы йөк ташыу автомобиле йөрөтөүсеһе» булып танылды. Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан намыҫлы хеҙмәте өсөн муниципаль район хәкимиәтенең Дипломына һәм аҡсалата бүләгенә лайыҡ булды.
Халит Рахманов – ғаиләлә тоғро тормош иптәше, яратҡан атай һәм олатай. Ғүмерлек пары Альмира менән күркәм йорт тергеҙеп, ике ҡыҙ үҫтереп, оло тормош юлына сығарҙылар. Тормош иптәше Түбәнге Сереккүл һөтсөлөк фермаһында иҫәпсе булып эшләй. Ул да хеҙмәтендә маҡтаулы.
Читайте нас: