САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
31 Ғинуар 2020, 16:28

Бизнеска ярҙам күрһәтеү

БР Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Римма Бойцова эш сәфәре менән Дүртөйлө районында булды. Ул ҡала инфраструктураһының бизнес алып барыу өсөн әҙерлеген баһаланы. Район һәм ҡала хакимиәттәре вәкилдәре оҙатыуында урындағы ресурстарҙы өйрәнеп йөрөнө.
Улар инновацион инфраструктура өсөн потенциаль майҙансыҡтарҙа булды, шулай уҡ “Таныш” сауҙа үҙәгенең 3-нсе ҡатында урынлашҡан яңы коворкинг-үҙәктең эшен ҡараны.
"Коворкинг-үҙәктә эшләүҙең төп өҫтөнлөгө – уның менән теләгән һәр кем файҙалана алыуҙа. Бындағы эш урындары өсөн түләү офисҡа алған биналар арендаһынан күпкә арзанраҡ”, – тине үҙәктән файҙаланыусыларҙың береһе Илшат Ғиндуллин.
Читайте нас: