“Мәғәриф” дөйөмдәүләт проекты сиктәрендә район биләмәһендәге белем биреү учреждениеларында байтаҡ эштәр башҡарылды. Саҡмағош беренсе урта мәктәбенең филиалы булған Яңы Ҡото мәктәбенә лә ошо проект сиктәрендә субсидия бүленде. Был аҡсаның бер өлөшө спорт залын капиталь ремонтлауға йүнәлтелде, ҡалған өлөшөнә спорт тренажерҙары һатып алынды.
Яңы тренажер залына уҡыусылар һәм йәштәр генә түгел, өлкән быуын вәкилдәре лә бик теләп йөрөп, сәләмәтлектәрен нығыта. Был зал шишәмбенән йома көнгә ҡәҙәр киске сәгать алтынан һигеҙгә ҡәҙәр эшләй.
Мәғлүмәт һәм фото сығанағы: муниципаль район хәкимиәте сайты.