САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
29 Ғинуар 2020, 11:40

«Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...”

Ун биш йәшлек үҫмер егет сағында Әсән ауылынан сығып китә Шәйехзада Бабич. Ҡаҙаҡстан далаларында йөрөй, балаларҙы белемгә өйрәтә, ә үҙе атаһы указлы Мөхәммәтзакир мулланан уҡырға-яҙырға өйрәнгән була. Уҙа Әсәндәге туғандары менән ҡабат күрешергә насип булмай.
Тик Бабич әйләнеп ҡайтты! Уның тураһында китаптар, фәнни монографиялар яҙыуҙы дауам итәләр, уның шиғырҙары һәм йырҙары әле лә яңғырай һәм кешеләрҙе изге, яҡты эштәргә өндәй. Әле күптән түгел генә экрандарҙа «Бабич» фильмы уңышлы барҙы. Өфөлә һәйкәл барлыҡҡа килде. Ә быйылғы йыл Бабич исеме аҫтында үтәсәк – уның тыуыуына 125 йыл тулды. Ошо ыңғайҙан юғары дәрәжәлә республика Башлығының тейешле Указы ҡабул ителде.
Күптән түгел яҙыусылар, шағирҙар һәм Бабичтың ижадын яратыусыларҙың Әсәндә булған осрашыуы үҙенсәлекле реквиемға әүерелде. Шағир, музыкант, дәүләт эшлеклеһенең ижады һәм тормошоноң әһәмиәте тураһында район хакимиәте башлығы, үҙе ысын шиғриәт һөйүсе Риф Йосопов һөйләне. ул Бабичтың юбилеен байрам итеү уңайынан республикала үтәсәк сараларҙы билдәләне. Йыйылыусыларҙы Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар берлеге рәйесе, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Зәки Әибаев, шағирә, яҡташыбыҙ Фәниә Ғәбиҙуллина, шағирә, республиканың Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты, «Башҡортостан» гәзите хәбәрсеһе Лариса Абдуллина, шағир, Назар Нәжми исемендәге премия лауреаты Фәнис Рәхмәтуллин тәбрикләне.
Ә популяр музыкант һәм йырсы, шулай уҡ Назар Нәжми исемендәге премия лауреаты, яҡташыбыҙ Радик Динәхмәтов бөйөк Бабич һүҙҙәренә яҙылған йырҙарҙы башҡарҙы.
Тантаналарҙа Назар Нәжми исемендәге премия лауреаттары, Яҙыусылар берлеге ағзалары Мәҙәрис Мөсифуллин һәм Илдус Тимерханов, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Илнур Әхмәҙиев, мәҙәниәт идараһы начальнигы Рәсим Ямалетдинов ҡатнашты.
Әсән урта мәктәбе уҡыусылары бай йөкмәткеле әҙәби композиция әҙәрләгәйне.
Шағирҙың яҡты музеенда, уның һәйкәле янында шиғыр юлдары яңғыраны:
Ап-аҡ алтын йырҙарымды
Йырламайым мин дан өсөн,
Йырлаймын алтын илем өсөн,
Үҙ туған халҡым өсөн...

Читайте нас: