САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
29 Ғинуар 2020, 18:07

Эш сәфәре менән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Премьер-министр урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәров эш сәфәре менән беҙҙең районда булды.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Премьер-министр урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәров эш сәфәре менән беҙҙең районда булды.
Башта ул 1-се Кушнаренко урта мәктәбендә стоматология кабинеты, ашхана, спортзал һәм «Үҫеш нөктәһе» үҙәге бүлмәләрен ҡараны. Шулай уҡ урындағы гимназия ла ҡунаҡтын иғтибарынан ситтә ҡалманы.
Фәнүр Мөхәррәм улына үткән йыл аҙағында «Мәҙәниәт» илкүләм проекты сиктәрендә асылған яңы кинозалды күрһәттеләр. Вице-премьер шулай уҡ балалар музыка мәктәбендә, тарих-туған яҡты өйрәнеү музейында, «Сәләмәтлек» физкультура-һауыҡтырыу комплексында булды.
Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары район менән танышыуҙан ҡәнәғәт ҡалды.
Читайте нас: