САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
29 Ғинуар 2020, 18:39

Арҙаҡлы яҡташыбыҙға арнап

Ғинуар айында арҙаҡлы яҡташыбыҙ, Саҡмағош районының Рапат ауылында тыуып үҫкән Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һәм халыҡ артисы исемдәренә лайыҡ булған йырсы Илфаҡ Смаковтың тыуыуна 80 йыл тулыуға арнап уның тыуған ауылындағы моделле китапханала хәтер кисәһе үтте. “Тик йырҙарым менән тере” тип исемләнгән был сара барышында китапханасы Ирина Кинйәбаева унда ҡатнашыусыларҙы йырсының тормош һәм ижад юлы менән таныштырҙы. Ҡабатланмаҫ моңо һәм тауышы менән меңдәрсә кешеләрҙең йөрәген яулаған Илфаҡ Мөжип улының бар тормошо йырға арналған. Оҙон булмаған ғүмер һәм ижад йылдарында ул халыҡ йырҙарын һәм башҡорт композиторҙарының вокал әсәрҙәрен популярлаштырыу өсөн бик ҙур хеҙмәт һалған.

Хәтер кисәһе барышында арҙаҡлы сәнғәт оҫтаһы репертуарындағы йырҙар уның ауылдаштары – мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре Гөлфинә Ишморатова һәм Илдар Гәрәев башҡарыуында яңғыраны. Был көндө шулай уҡ “Көйнө таны” музыкаль викторинаһы ла үткәрелде. Сарала ҡатнашыусылар танылған ауылдаштары репертуарындағы йырҙарҙы тиҙ арала танып алып ҡына ҡалманы, үҙҙәре лә күмәкләп “Өфө йүкәләре” йырын башҡарҙылар. Хәтер кисәһенә тәғәйенләп “Ауылдашыбыҙ – халҡыбыҙҙың йөҙөк ҡашы” тип исемләнгән китап-рәсемдәр күргәҙмәһе лә булдырылды. Унда танылған йырсының тормош һәм ижад юлы турындағы бай йөкмәткеле материалдар урын алған.

Әйткәндәй, 30 ғинуарҙа арҙаҡлы йырсының яҡты истәлегенә арнап, район мәҙәниәт йортонда “Йырҙа ҡалһын беҙҙең ғүмерҙәр” тип исемләнгән Хәтер кисәһе һәм Илфаҡ Смаков исемендәге призға Башҡортостан һәм күрше Татарстан райондарынан килгән йырсылар ҡатнашлығында төбәк-ара конкурс үтә.

Сайтҡа Рәзилә Арыҫланова әҙерләне.
Читайте нас: