САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
28 Ғинуар 2020, 13:19

Тарих уҡытыусылары семинарға йыйылды

Ошо аҙнала Саҡмағош районының Иҫке Бәшир урта мәктәбендә райондың тарих һәм йәмғиәт белеме уҡытыусылары семинары үтте. Ул федераль дәүләт белем биреү стандарттарын бойомға ашырыу шарттарында ил тарихы буйынса белем бирү практикаһына туған яҡты өйрәнеү аспектын индереүҙең актуальлеген дәлилләүгә арналды. Был аспект танып белеү, тәрбиә биреү һәм коммуникацион маҡсаттарҙы тормошҡа ашырырға ла ярҙам итә.

Семинарҙа район мәктәптәрендә хеҙмәт һалыусы 18 педагог ҡатнашты. Сара барышында улар 9 синыфта тарих фәне буйынса асыҡ дәресте ҡараны һәм “түңәрәк өҫтәл” артындағы әңғәмә барышында был предметты уҡытыуҙағы мөһим мәсьәләләр буйнса үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты.
Рәйлә Маҡулова, мәктәптең татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Читайте нас: