САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
28 Ғинуар 2020, 13:16

Мәктәп тормошо менән танышып

18 ғинуарҙан Саҡмағош гимназияһында буласаҡ беренсе синыф уҡыусыларын мәктәпкә әҙерләү буйынса тәүге дәрес-занятиеләр башланды. Кескәйҙәр өсөн мәктәп буйлап экскурсия ойошторолдо. Спорт залында улар күңелле спорт уйындарында ҡатнашып, ҡаршылык һыҙатын үттеләр, тамашалар залында йырлап-бейеп үҙ сәләттәрен күрһәттеләр. Информатика кабинетында буласаҡ уҡыусылар үҙҙәре өсөн махсус әҙерләнгән “Маша менән дәрестәр” тип исемләнгән интерактив уйынды бик яраттылар. Улар был көндө шулай уҡ мәктәп китапханаһында, технология һәм психологтар кабинеттарында ла булдылар. Экскурсия мәктәп ашханаһында тәмле аш менән тамамланды. Сара ахырында кескәйҙәр мәктәптә алған тәүге тәьҫораттары менән уртаҡлаша-уртаҡлаша йорттарына кайтып киттеләр.


Айгөл Әхмәтйәнова,

гимназия директорының уҡытыу-тәрбиә эшмәкәрлеге буйынса урынбаҫары.
Читайте нас: