САРМАНАЙ
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
27 Ғинуар 2020, 18:07

Улар тураһында хәтер быуаттарҙа ҡалыр

27 ғинуар илебеҙҙә Ленинград ҡалаһының фашист ҡамауынан аҙат ителеү көнө булараҡ билдәләнә. Ошо айҡанлы Йомаш ауылының моделле китапханаһында 7 синыф уҡыусылары ҡатнашлығында патриотлыҡ сәғәте үткәрелде. Ул блокадала ҡалған Ленинград балаларының ҡаһарманлығына арналды. “Донъяла Еңеү яулау өсөн был ҡәҙәр ғүмерҙәр менән түләгән бер генә ҡала ла юҡ!” тигән был әйтем сараның символына әүерелде. Сара барышында уҡып ишеттерелгән Таня Савичеваның һәм блокада михнәттәрен үз иңдәрендә күтәргән башка кешеләрҙең көндәлектәрендәге яҙмаларҙа тасуирланған аслыҡ-йот, үҙәктәргә үткән һалҡындар һәм үлем менән көрәш тураһындағы юлдарҙы уҡыусылар ҙур иғтибар менән тыңланы. Сарала ҡатнашыусылар өсөн “Блокадалағы Ленинград балалары” тип исемләнгән презентация ла әҙерләнгәйне, бынан тыш улар Бөйөк Ватан һуғышы тураһындағы балалар өсөн тәғәйенләнгән “Воспоминание” фильмын да ҡараны. Был көндө әңғәмә барышында ҡамауҙағы Ленинградтың символына әүерелгән һәр кешенең көндәлек 125 грамм икмәк нормаһы тураһында ла һөйләнелде, ҡара арыш икмәге тап шул ауырлыҡтағы киҫәктәргә бүленеп, сарала ҡатнашыусы балаларға таратылды. Һөйләшеү ахырында унда ҡатнашыусылар Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған ватандаштарҙың яҡты иҫтәлеген метроном тауышында бер минутлыҡ тынлыҡ менән хөрмәтләне.
Альбина Сайдякова.
Читайте нас: