Үткән аҙнала Өфөлә “Яңы йыл ғәилә уйындары-2020” фестиваленең финалы үтте. Унда республиканың төрлө төбәктәренән килгән 70 ғәилә командаһы ҡатнашты. Бындай сара Башҡортостанда тәүге тапҡыр үткәрелә. Дөйөм алғанда, 3 гыйнварҙан 6на ҡәҙәр дауам иткән был уйындарға республиканың 1241 мәктәбе вәкиле булған 320 меңнән артыҡ кеше ҡушылды. Ярыштар спорттың 27 төрө буйынса ойошторолдо.
Был күләмле сарала беҙҙең Саҡмағош районынан Ғәлләмовтар ғәиләһе ҡатнашты. Финалға үтә алмаһалар ҙа, улар ваҡытты фәһемле үткәрҙе. Райондаштырыбыҙ рәсми теркәлеү ваҡытында тапшырылған билеттар буйынса Өфө планетарийында, ВДНХ салонындагы мультимедия форматындагы тарихи интерактив паркында булдылар.
Муниципаль район хәкимиәте сайты мәғлүмәттәре буйынса Рәзилә Арыҫланова әҙерләне.