САРМАНАЙ
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
24 Ғинуар 2020, 14:23

Үрнәклеләр, тырыштар

Һәр ғаиләнең матурлығы, бәхете – татыулыҡта, бер-береһен аңлап, тормоштан йәм табып йәшәүҙә. Иләкшиҙе ауылынан Алина һәм Александр Имановтар тормош һуҡмағынан ҡулға-ҡул тотоношоп 11 йыл бергә атлай.
Имановтар Алинаның тыуған ауылына 2010 йылда ҡайтып төпләнә. Үҙ мөйөштәрен булдырып, тырышып донъя көтә башлай улар.
Александр Олегович Иләкшиҙе һөтсөлөк фермаһы мөдире булып эшләй. Йәмәғәт тормошонда ла актив ҡатнаша, ауыл Советы депутаты итеп һайлана. Ғүмерлек юлдашы М.Гәрәев ис. Бишҡурай урта мәктәбендә балаларға белем бирә. Өҫтәүенә, 6 класс уҡыусыларының класс етәксеһе.
Уңған ғаиләнең мөхәббәт емештәре – сабыйҙары ла бик тырыш һәм өлгөр. Ҡыҙҙары Ангелина М.Гәрәев ис. Бишҡурай урта мәктәбенең – дүртенсе, Маргарита икенсе класта белем алһа, бәләкәстәре Максим менән Никита бындағы балалар баҡсаһына йөрөй.
Ғаиләлә бар башланғыстарҙы күтәреп алған, яратып, ҡәҙерләп торған терәк-таяныстарың булғанда бар ауырлыҡтарҙы ла үтеп сығырға мөмкин. «Бер-беребеҙҙе хөрмәт итәбеҙ, балаларҙы яратабыҙ, матур һүҙҙәрҙе, йылы хистәрҙе йәлләмәйбеҙ», – ти бөгөнгө тормоштары менән ҡәнәғәт булыуҙарын белдереп Имановтар.
Читайте нас: