САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
24 Ғинуар 2020, 16:49

Өлкәндәр – тормош йәме

Районда өлкән йәштәге кешеләрҙе ғүмер байрамдары менән ҡотлау күптән инде күркәм ғәҙәткә әйләнде. Ә ундай хөрмәткә лайыҡ өлкәндәр – ветерандар, тыл хеҙмәткәре, илебеҙ тарихындағы иң ауыр йылдарҙа хеҙмәт һалған, районыбыҙ, ерлектәге хужалыҡтың иҡтисади үҫешенә ҙур өлөш индергән апай һәм ағайҙар арабыҙҙа байтаҡ.

Саҡмағош районының Аблай ауылында ғүмер итеүсе Рәфәғә Хәниф ҡыҙы Ғайсина менән Даирә Ғәйнетдин ҡыҙы Ғиләжева – шундай маҡтауҙарға лайыҡ инәйҙәр. Улар ошо көндәрҙә 90 йәшлек юбилейҙарын билдәләне. Күркәм ғүмер юлы үткән ауылдаштарыбыҙҙы туған көндәре менән йорттарына барып Үрнәк ауыл биләмәһе хәкимиәте башлығы Р.Д.Зәйнетдинова, Аблай ауыл мәҙәниәт йортоноң сәнғәт етәксеһе Л.С.Шәйәхмәтова һәм әйҙәүсе китапханасы Р.Т.Арыҫланова ҡотланы һәм ихлас теләктәр еткереп, бүләктәр тапшырҙы. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өлкәндәрҙе матур йырҙар һәм шиғырҙар менән дә һөйөндөрҙө.
Лида Шәйәхмәтова,

Рәзифә Арыҫланова.
Читайте нас: