САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
24 Ғинуар 2020, 14:32

“Эшҡыуарлыҡ сәғәттәре”нең һөҙөмтәһе күренә башланы


Муниципаль район хәкимиәтендә былтыр үткәрелгән “Эшҡыуарлыҡ сәғәттәре”нең тәүге һөҙөмтәләре күренә башланы ла инде. Йәш райондашыбыҙ, эшҡыуар Эльвина Яхина декабрь айында булған шундай сарала ҡатнаштты. Уға Үҙәк районара мәшғүллек үҙәгенең Саҡмағош районындағы бүлеге аша эшҡыуарлыҡ эшсәнлеген алып барыу өсөн 96 мең һум күләмендәге бер тапҡыр бүленә торған финанс ярҙамы тапшырылғайны. Был аҡсаға тынғыһыҙ яҡташыбыҙ балалар өсөн яңы уйын аттракционын һатып алды. Был ярҙам үҙмәшғүлдәргә ярҙам күрһәтү буйынса республика программаһы сиктәрендә бүленде. “Космик” кинозалында балаларға ваҡыттарын күңелле итеп үткәреп кенә ҡалмай, тыуған көндәрҙе, башҡа байрамдарҙы ойошторорға лә бөтә мөмкинлектәр ҙә бар.
Муниципаль район хәкимиәте сайты мәғлүмәттәре буйынса Рәзилә Арыҫланова әҙерләне.
Читайте нас: