САРМАНАЙ
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
24 Ғинуар 2020, 14:42

Бындай фильмдар йәштәр өсөн кәрәк

Райондаштарға билдәле булуынса, Рапат ауыл биләмәһе республикала иғлан ителгән “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнаша. Ошо бәйге сиктәрендә күптән түгел Рапат ауыл мәҙәниәт йортонда М.Кәримдең “Беҙҙең йорттоң йәме” повесте буйынса режиссер А.Галибин төшөргән “Сестренка” фильмын карау һәм унан һуң күмәк тикшереү булды. “Түңәрәк өҫтәл” форматында үткән күмәк тикшереүҙә 9-10 синыф уҡыусылары, уҡытыусылар, ауыл биләмәһе учреждениеләре хеҙмәткәрҙәре, ауыл халҡы ҡатнашты. Был фильм – өлкәндәрҙең балалар менән ихлас әңгәмәләшеүе, аралашыуы өсөн бынамын тигән сәбәп. Һөйләшеү барышында йәштәр проблемаға һәм кино геройҙарына ҡарата үҙ фекерҙәрен белдерҙе. Уларҙың яуаптарында патриотизм, ғорурлыҡ, балаларҙы, уларҙың уй-хистәрен һәм ҡылыҡтарын аңлау асыҡ һиҙелде. Урта быуын вәкилдәре иһә ғәилә ҡиммәттәренә, ғәиләлә, балаларҙы тәрбиәләүҙә әсәйҙәр ролена иғтибарҙы күберәк бүлде. Өлкәндәр бик тә тәьсирле итеп, үҙҙәре лә һағыныу хистәренә бирелеп, ябай совет кешеләре, ҙур ил, унда йәшәүсе халыҡтарҙың төрлө телдәрҙә һөйләшһәләр ҙә, бер-береһен аңлап, ярҙам итеп йәшәүҙәре тураһында һөйләнеләр. Тамашасылар барыһы ла кескәй геройҙарҙын оҫта уйынына һоҡлануын белдерҙе. Һөйләшеү ахырында бындай кинофильмдарҙы йәштәргә мотлаҡ күрһәтергә кәрәк тигән дөйөм фекергә киленде. Улар социаль селтәрҙәр хәкимлек иткән беҙҙең көндәрҙә ысын кешелек ҡиммәттәрен һаҡлап ҡалырға, уларҙы йәштәр күңеленә лә күсереүгә булышлыҡ итә.


Фәриҙә Ғиҙҙәтуллина,

йәштәр эштәре буйынса белгес.
Читайте нас: