САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
23 Ғинуар 2020, 14:07

Киләсәккә өмөт менән

Яҙмам геройы – ауыр тормош юлы үткән, әммә кешелеклелеген, изге күңеллелеген һәм әйләнә-тирәләгеләргә ҡарата ихтирамын юғалтмаған туҡһан йәшен тултырған ябай ауыл ҡатыны – Мөнирә Исмәғилева.
Ул 1930 йылда Иҫке Ҡормаш ауыл биләмәһенең Ибраһим ауылында ишле ғаиләлә донъяға килгән. Бала сағың татлы миҙгелдәрен Бөйөк Ватан һуғышы өҙә. Был ваҡытта етенсе синыфты ғына тамамлаған Мөнирәнең алға табан уҡырға мөмкинлеге булмай: ул оло тормош һәм хеҙмәт юлына баҫа. Башта Баҡай почта бүлексәһендә хат ташыусы булып эшләй, һуңынан Яңы Ҡормаш ауыл китапханаһына китапханасы итеп күсерәләр.
1954 йылда яҙмам геройы кейәүгә сыға. Тормош иптәше Уҫман менән өс балаға ғүмер биреп, тәрбиәләп үҫтерәләр.
Оҙон ғүмер юлы үткән Мөнирә әбей бөгөн туғыҙ ейәне, ун бүләсәһенә һөйөнөп бөтә алмай.
Өмөттәре аҡланыуына беҙ ҙә ихлас ышанабыҙ. Оҙон ғүмерле яҡташыбыҙға ныҡлы таҙалыҡ, именлек, тағы ла күберәк юбилейҙарын ҡаршылауын теләйбеҙ.
Читайте нас: