САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
23 Ғинуар 2020, 14:19

Хужалыҡ уңғандарға таяна

Һуңғы йылдарҙа М.Горький ис. кооператив баҫыусылыҡты, малсылыҡты күтәреүгә, продукция, уңыш алыуҙы арттырыуға, тармаҡты тотороҡло үҫтереүгә ныҡлы иғтибар бирә. Әлбиттә, хужалыҡтың һөҙөмтәле эшләүендә урта звено кадрҙарының үҙ эшен яуаплылыҡ менән башҡарыуы ҙур әһәмиәткә эйә. Һеҙ рәсемдә күргән (уңдан һулға) кооперативтың баш агрономы Флүр Нәбиев, баш инженер Марат Гәрәев, Һеңрән һөтсөлөк фермаһы мөдире Нурислам Вәлиев – нәҡ шундайҙарҙан.

Флүр Мирҙанур бар ғүмерен тыуған еренә бағышлап, намыҫлы хеҙмәт һала. Кооператив ауыл хужалығы тармағының һәр мөһим кампанияһын ваҡытында башҡарып, мул уңыш алыуға ирешә. Баҫыусылыҡта алдынғы технологияларҙы ҡуллана. Бында инде Башҡортостан Республикаһы, Рәсәй Федерацияһы Ауыл хужалығының министрлыктары Почет грамоталарына эйә Ф.Нәбиевның өлеше ҙур.

Марат Аҫылгәрәй улы хеҙмәт юлын 1985 йылда М.Горький ис. хужалыҡта башлай. 2008 йылда принципиаль, теүәллек яратыусы, ойоштороу һәләтенә эйә булған хеҙмәткәрҙе кооператив идаралығы баш инженер итеп тәғәйенләй һәм бөгөнгө көнгәсә әлеге вазифаны башҡара. Әйтергә кәрәк, тракторҙарға, машиналарға ремонтты талап ителгәнсә ойоштороу һөҙөмтәһендә, ватылып тороп, яҙғы-көзгө баҫыу эштәрендә тоткарлыҡтар булмай. Хужалыҡ үҙара тикшереү вакытында бер ваҡытта да кәмселекләр булмый, ауыл уңғандары адресына тик маҡтау һүҙҙәре юллана. Былар бөтәһе лә М.Гәрәевтең эште дөрөҫ ойоштора белеүендә. Уның намыҫлы хеҙмәте лайыҡлы баһалана – РФ Ауыл хужалығы министрлығының Рәхмәте менән бүләкләнә.

Нурислам Рифҡәт улы армия сафтарынан ҡайтҡас, 1985 йылда кооперативта водитель булып эшләй башлай. Уға «ГАЗ-53» яғыулыҡ ташыу машинаһын ышанып тапшыралар. Яҙғы, көҙгө мөһим кампанияларҙа баҫыуҙа ул иң ҙур ярҙамсы – өҙөклөктәр булмаһын өсөн яғыулыҡ-майлау материалдары менән тәьмин итә. 2017 йылдан тырыш хеҙмәткәр Һеңрән һөтсөлөк фермаһы мөдире булып эшләй.

Хужалыҡ уңғандары ауылдаштары араһында абруйлы, һәр ваҡыт маҡтау һүҙҙәренә лайыҡлылар. Ғаиләләре менән дә бәхетле улар – тормош иптәштәре менән улдар һәм ҡыҙҙар тәрбиәләп үҫтерә, матур итеп донъя көтә.
Читайте нас: