САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
22 Ғинуар 2020, 11:56

Шәп комедия! Ышанмаһағыҙ, килеп күрегеҙ!

Республика халҡы Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры артистары менән халыҡ көн һайын тиерлек БСТ каналында осрашып тора. Эйе, эйе, һеҙ яратып ҡараған “Күңелле йәшәйбеҙ!” юмористик тележурналында! Бына шунда уйнаған актерҙарыбыҙ менән күҙгә-күҙ ҡарап осрашыу мөмкинселеге һеҙгә лә буласаҡ, ҡәҙерле тамашасыларыбыҙ. Тиҙҙән театрыбыҙ Саҡмағош яҡтарына юл ала! Бигерәк тә Башҡортостандың халыҡ артистары – Миниса Бакированы, Рауил һәм Рафиға Галиндарҙы, Физәлиә Рәхимованы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Зөлфиә Хәлилованы, Илһам Рәхимовты,Илфир Баймырҙинды күрмәй ҡалыу яҙыҡ булыр.
Саҡмағош район мәҙәниәт йорто сәхнәһендә 5 февралдә киске сәғәт 7-лә ҡуйыласаҡ Мостай Кәримдең “Ҡыҙ урлау” спектакле - бик сағыу, күңелле һәм иң мөһиме, дәртле комедия! Ысын комедия тап ошондай булырға тейеш ул! Был спектаклдә тамашасылар бер яҡтан тәгәрәп көлһә, икенсе яҡтан бындағы ваҡиғалар уларҙы тормош хаҡында уйланырға өндәй.
...Ауылда яратҡан байрам – һабантуй. Йәштәр уйындарҙа ҡатнаша, йырлап-бейеп күңел аса, а ололар йәшлектәрен иҫләй. Әжмәғол ҡарт иһә ауылдаштарына шаштырып-ҡабартып, уйынлы-ысынлы йәш сағында үҙенең ҡарсығын урлауы тураһында тәмләп һөйләй. Шул ваҡыт ауылдың беренсе егете һаналған Ҡотләхмәттең башына ла иң сибәр һәм аҡыллы ҡыҙ Йәмиләне урлау уйы башына оялай. Әгәр шундай йолаһы бар икән, ни эшләп мөмкинселектән файҙаланмаҫҡа? Бындай эштәрҙә уяу булырға кәрәк тә бит... Ләкин “ашыҡҡан ашҡа бешкән“ тигән кеүек егеттәр көлкөлө хәлгә ҡалып ҡуя...
Шулай уҡ, ошо көндә иртәнге сәғәт 11-ҙә кескәй дуҫтарыбыҙҙы ут-янғындан иҫкәртеү маҡсатында ҡуйылған “Приключения с огнем” (Н.Шор) әкиәте, ә төшкө сәғәт 1-ҙә, 3-тә үҫмерҙәр һәм йәштәр өсөн “#КираПРОСТИАртема”спектакле тәҡдим ителәсәк. Был спектакль, бөгөнгө керәҙле телефондар заманында, йәштәр араһында үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе асыҡлауға ҡоролған.
Форсаттан файҙаланып, тағы бер тапҡыр һеҙгә өндәшәм, ҡәҙерле тамашасыларыбыҙ, спектаклгә килмәй ҡалмағыҙ. Йөрәктәрегеҙгә ял алып, күңелдәрегеҙгә дәрт алып ҡайтырһығыҙ. Тауҙар менән тауҙар осрашмай, кеше менән кеше осраша, тигән һүҙҙәр менән тамамлап, тиҙҙән генә, осрашырбыҙ, күрешербеҙ әле, дуҫтар!

Гөлдәр СОБХАНҒОЛОВА,

Стәрлетамаҡ ҡалаһы.

Читайте нас: