Ҡышҡы каникул осоронда район мәғариф хеҙмәткәрҙәре сәләмәтлек спартакиадаһында ҡатнашты.
Ярыштарға Ҡарасайылға, Илек, Шәрип, Иҫке Ҡормаш, 1-се Кушнаренко урта мәктәптәре, гимназия, «Ҡояшҡай», «Шишмәкәй», «Әтәскәй» балалар баҡсалары командалары килде.
Спартакиада программаһына саңғы эстафетаһы, өҫтәл теннисы, йөҙөү буйынса эстафета һәм волейбол индерелде.
Ике көн дауам иткән ярыштар һөҙөмтәһендә гимназия уҡытыусылары командаһы еңеүсе булды, 1-се урта мәктәп спортсылары – икенсе, Иҫке Ҡормаш мәктәбе командаһы өсөнсө урындарҙы алды.