САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
22 Ғинуар 2020, 12:05

Аграрийҙарға ярҙамға

“Технология” йәмғиәте – ауыл хужалығы производствоһын үҫтереүгә лайыҡлы өлөш индереүсе предприятиеларҙың береһе.
Ул 2019 йылдан үҙ эшсәнлеген башлап, техниканың хеҙмәт итеү вакытын оҙонайтыу, уны сафҡа баҫтырыу йүнәлешендә һөҙөмтәле эшләй. Бында мал аҙығы урыу, ашлыҡ һуктырыу комбайндары ремонтланыла. Уҙған йылда 30 млн. һумлыҡ хеҙмәт күрһәтелеп, 18 комбайн төҙөкләндерелгән. Уларҙың иләктәре алыштырылған, подшипниктары, двигателдәре, тәгәрмәстәре, электр йыһаздары һ.б. ҡаралған.
Бөгөнгө көндә бында эштең ҡыҙыу сағы – И.Ихсановтың крәҫтиән-фермер хужалығының (3) , «Ағиҙел» йәмғиәтенең бер «Палессе» – ашлыҡ һуктырыу, «Дон-680» мал аҙығы урыу комбайндары, Яңаыл районынан «К-700» тракторы, Баҡалынан «Палессе» ашлыҡ һуғыу комбайны ремонтлана.
Йәмғиәттең баш инженеры Рузалим Нафиҡов хезмәткәрҙәрҙең һәр ҡайһыһының хеҙмәтен уңай баһалап, тырышлығын билдәләп үтте: «Дөйөм эшкә һәр кем үҙ өлөшөн индерә. Намыҫлы хеҙмәт һалыусы слесарҙар Илгиз Ғәбиҙуллин, Фиҙан Ғатауллин, Динис Ғилметдинов, иретеп йәбештереүсе Рафаэль Яппаров кеүек тәжрибәле, булдыҡлы егеттәр менән теләһә ниндәй ҡатмарлы заказдарҙы үтәргә мөмкин булһа, склад мөҙире Гөлшат Шәехмуллина запас частарҙы ваҡытында ҡайтартып, өҙөклөктәргә юл ҡуймай», – ти ул.
Читайте нас: