САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
21 Ғинуар 2020, 18:33

Ауыл өсөн шатлыҡлы ваҡиға

Ҡалтай ауылында шатлыҡлы ваҡиға булды. Бында яңыфельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Медицина учреждениеһының оҙаҡ йылдар файҙаланылған элекке бинаһы бик иҫкергәйне. «Беренсел медицина-санитария ярҙамы күрһәтеү системаһын үҫтереү» төбәк проектыярҙамында был мәсьәлә уңышлы хәл ителде.
Ҡыҫҡа ваҡытта фельдшер-акушерлыҡ пунктының модуль ҡоролмаһын йыйып ҡуйҙылар. Уның майҙаны 72 квадрат метр тәшкил итә. Бында кешеләрҙе ҡабул итеү һәм медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн бөтөн шарттарҙа тыуҙырылған.
Шулай ук күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункты ла файҙаланыуға тапшырылды, уны беҙҙең дауахана ноябрь аҙағында алғайны. Уның асҡысын район дауаханаһының баш табибына РФ сәләмәтлек һаҡлау министры Вероника Скворцова тапшырҙы.
Декабрҙә күсмә пункт биш ауылға сығып, 150 кешене хеҙмәтләндерҙе.
Читайте нас: