САРМАНАЙ
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
20 Ғинуар 2020, 11:47

Йәйләүҙә – ҡышҡы һабантуй!

Республикала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башкарма комитеты, БР Хөкүмәте һәм «Айыҡ Башҡортостан» төбәк йәмәғәтселек хәрәкәте менән берлектә 2011 йылдан алып «Айыҡ ауыл» конкурсы үткәрелә. Әлеге акцияға Илеш районының 22 ауыл Советы ауыл биләмәһе лә ҡушылып, был йәһәттән төрлө саралар ойошторолдо. Әйтергә кәрәк, биләмәләр араһында Йәйләү ауылы районда беренсе урын яулап, республика этабына сыҡты. Был уңайҙан бөгөн Йәйләү ауылында ҡышҡы һабантуй уҙҙы. Унда муниципаль район хакимиәтенең муниципаль хеҙмәт, мәғлүмәти-аналитика һәм кадрҙар эшесәнлеге буйынса бүлек начальнигы Рәмил Нуретдинов, Илеш районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Илшат Сибәғәтуллин, Исәмәт ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Илшат Басиров, ауыл халҡы ҡатнашып, төрлө спорт сараларында көс һынашты, йырлап-бейеп күңел асты, тауҙан саналарҙа, саңғыларҙа шыуҙы. Байрам аҙағында килгән ҡунаҡтар, ҡатнашыусылар Зилә Калинина, Искәндәр Гадоев бешергән былауҙан, ауыл халҡы әҙерләгән һый-ниғмәттән ауыҙ итте.
Читайте нас: