САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
20 Ғинуар 2020, 17:08

Республика ярыштарынан – еңеү менән!

15-19 ғинуар көндәрендә Әлшәй районының Раевка ҡасабаһында А.В.Тарасов исемендәге “Алтын шайба” клубының республика финал ярыштары үтте. Уларҙа 2007-2008 йылда тыуған үҫмер егеттәрҙе берләштергән ауыл-ҡасабалар командалары ҡатнашты. Раевка боҙонда муниципаль һәм зона этапларында енеү яулап, республика кимәлендәге ярыштарҙа ҡатнашыу хоҡуҡына эйә булған Әлшәй, Бишбүләк, Благовар, Дыуан, Кушнаренко, Өфө, Саҡмағош һәм Шишмә райондары йәш хоккейсылар оҫталыҡта, етеҙлектә көс һынашты. Еңеүсе титулы өсөн көсөргәнешле көрәш беҙҙең Саҡмағош районының “Тигры” һәм Кушнаренко районының “Кристалл” командалары араһында барҙы. Финал уйынында беҙҙең Саҡмағош егеттәре Кушнаренконан килгән көндәштәрен ышаныслы рәүештә 10:2 иҫәбе менән ҡыйратып, пьедесталның иң юғары басҡысына күтәрелделәр. Районыбыҙға енеү алып ҡайтҡан йәш хоккейсыларыбыҙҙы ҡотлайбыҙ һәм уларға арытаба ла уңыштар ғына юлдаш булуын теләйбеҙ.

Луиза Абдрахманова,

Саҡмағош балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры.
Читайте нас: