САРМАНАЙ
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
20 Ғинуар 2020, 17:29

Иң мактаулы эш

Балаларға һөнәр йүнәлеше биреү уҡытыу-тәрбиә эшсәнлегендә мөһим урын алып тора. Уҡыу йылы башында уҡ был йәһәттән эш пландары раҫлана.
Ата-әсәләр менән эшләү ҙә – һөнәр йүнәлеше биреүҙә мөһим быуындарҙың берһе. Ғәҙәттә, улар үҙ балаларының тормош һәм һөнәри пландарын билдәләүҙә актив ҡатнашалар. Шул уҡ ваҡытта һөнәр һайлау һәм тормошта үҙ юлыңды билдәләү уҡыусыларҙың үҙҙәре өсөн дә, ата-әсәләре өсөн дә ҡатмарлы бурыс булып ҡала.
Күптән түгел Әхмәт мәктәбе уҡыусылары икмәк бешереүсе менән осрашты. Ҡанлы ауылы пекарняһынан Ләйсән Әсәҙуллинаны саҡырҙык. Ул үҙ һөнәренең серҙәре менән уртаҡлашты. Икмәк, булка, пирог һәм башҡа ҡамыр ашамлыҡтары бешергәндә күңелеңде һалмаһаң, улар уңмаясаҡ. Шуға күрә береһенән-береһе тәмле ризыҡтарҙы үҙ эшен ихлас яратҡан ысын оҫталар ғына бешерә ала.
Сара барышында файҙалы ашамлыҡтар тураһында викторина үткәрелде. «Тәмлекәй» бәйгеһендә уҡыусылар ҡыҙыҡлы рецептар тәҡдим иттеләр, бергәләп күмәс бешерҙеләр.
Беҙҙең хәбәрсе.
Читайте нас: