САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
17 Ғинуар 2020, 17:13

Сифат – иң беренсе урында

Район хужалыҡтарында яҙғы ҡыр эштәренә әҙерлек бара. Бөгөнгө көндә улар үҙебеҙҙә һәм сит илдә етештерелгән барлыҡ төр ауыл хужалығы техникаһын төҙөкләндереү, сафҡа баҫтырыу, запас частар менән тәьмин итеү мәшәҡәте менән мәшғүл. Был йәһәттән «Ремонт-техник предприятиеһы» йәмғиәте территорияһында булдырылған "ИлишКировец" йәмғиәте - аграрийҙарҙың яҡын ярҙамсыһы. Улар эшсәнлек төрҙәрен арттырып, хужалыҡтарға, халыҡҡа сифатлы хеҙмәт күрһәтеү өсөн ең һыҙғанып тырыша.
Йәмғиәт коллективы 15 кешене берләштереп, уларҙың күбеһе – 20-25 йыл дауамында намыҫлы хеҙмәт һалыусылар. Бында ауыл хужалығы техникалары ремонтлана. Айырып әйткәндә, трактор, комбайн, автомашина двигателдәре, яғыулыҡ насостары, руль менән идара итеү механизмдары ремонтлана, реставрация, модернизация яһала һ.б. хеҙмәттәр күрһәтелә. Йылдың-йылында район хужалыҡтары улар ярҙамына таяна.
Читайте нас: