Ошо көндәрҙә «Газпром межрегионгаз Уфа» йәмғиәте вәкилдәре Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Альберт Лоҡманов исеменән Кушнаренко районындағы һуғыш ветерандарының йорттарында булып, уларға бүләк һәм күстәнәстәр тапшырҙы. Ә районыбыҙҙа улар алтау ғына.
Хужалар ҡунаҡтарҙы йылы ҡабул итте, аралашыу ихлас шарттарҙа барҙы.
Ветерандарға изге теләктәр яҙылған открытка һәм бүләк тапшырылды. Улар бындай иғтибарға бик шатланды һәм ихлас рәхмәт белдерҙе.