САРМАНАЙ
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
16 Ғинуар 2020, 17:23

Матди яҡты ғына ҡайғыртмай ул

Бөгөн Саҡмағош районы муниципаль район хәкимиәтендә сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үтте. Уның барышында йәш райондашыбыҙ А.М.Моратовтың проекты тикшерелде. Ул хәкимиәткә инде икенсе тәҡдим менән мөрәжәғәт итә. Тәүгеһендә ул район үҙәгендә ауыл хужалығы техникаһын ремонтлау өсөн бина төҙөүгә ер алыуҙа ярҙам һорағайны. Әлеге ваҡытты ошо проектты тормошҡа ашырыу менән бер ҡатарҙан ул хәкимиәткә яңы тәҡдим менән мөрәжәғәт итте. “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” барышында уның был проекты ла ентекләп тикшерелде, эшҡыуарға уны бойомға ашырыуҙың бөтә уңайлы ыҫулдары аңлатылды.

Бынан тыш, әңгәмә барышында эшлекле райондашыбыҙ 1961 йылда етештерелгән шәхси раритетлы автомобилен Еңеү паркында урнаштырырға тәҡдим итте. Яҡташыбыҙҙың районда бизнесты үҫтереү менән генә әүҙем шөғөлләнеп ҡалмай, йәш быуынға патриотик тәрбиә биреү тураһында да хәстәрлек күреүе айырыуса һөйөнөслө.

Рәзилә Арыҫланова әҙерләне.

Мәғлүмәт һәм фото сығанағы: муниципаль район хәкимиәте сайты.
Читайте нас: