САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
16 Ғинуар 2020, 16:46

Конкурстан – призлы урын яулап

14 ғинуарҙа Башҡортостан дәүләт аграр университетында йәш таланттарҙың “Яңы быуын-2020” асыҡ конкурсы үтте. Сарала ҡатнашыусылар музыка, бейеү, театр, журналистика һәм медиа йүнәлештәре буйынса үҙ таланттарын күрһәтте.

Яҡташыбыҙ – Саҡмағош районының Тайнаш урта мәктәбе уҡыусыһы Алһыу Рәфис ҡыҙы Бәҙретдинова был бәйгелә театр йүнәлеше буйынса шәғирә Лора Тассиҙың “Һуғыш балалары” шиғыре менән сығыш яһаны һәм нәфис һүҙ номинацияһында призлы II урынды яуланы. Бәйгегә уны мәктәптең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гүзәлиә Әҙһәр ҡыҙы Бәҙретдинова әҙерләне. Бик күп ижади һәм спорт конкурстары еңеүсеһе булған йәш райондашыбыҙға арытаба ла тик уңыштар юлдаш булыуын теләйбеҙ!
Читайте нас: