САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
15 Ғинуар 2020, 13:07

Хаҡлы рәүештә ғорурлана алаһығыҙ!

Күптән түгел Кушнаренко ауылында йәшәүсе Әлиә һәм Илдар Ғайсиндар ғаиләһенә улдары Булат хеҙмәт иткән ракета ғәскәрҙәре часы командирҙарынан Рәхмәт хаты килде.
Булат район үҙәгендә ябай ғаиләлә тыуып үҫә. Атаһы шофер, әсәһе ашығыс ярҙам фельдшеры булып эшләй. Егет туғыҙынсы синыфтан һуң Өфө медицина колледжына уҡырға инә. Диплом алып дүрт көн үтеүгә конституцион бурысын үтәргә саҡыралар. Әлеге ваҡытта Киров өлкәһендә хеҙмәт итә.
Хатта түбәндәге юлдар ҙа бар:
«Улығыҙ Булат Ватанға намыҫлы һәм лайыҡлы хеҙмәт итергә ант биргән көндән алып хәрби белгеслеген уңышлы үҙләштерҙе, оҫталығын камиллаштырыу өҫтөндә ныҡлы эшләүен дауам итә. Хәрби әҙерлек нормативтарын үтәүҙә бик яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә, спорт менән актив шөғөлләнә, подразделениеның мәҙәни-ял сараларында теләп ҡатнаша. Командирҙары һәм хеҙмәттәштәре Булатты тырышлығы, тыйнаҡлығы, тәртиплелеге өсөн хөрмәт итә.
Ватаныбыҙҙың лайыҡлы һаҡсыһын тәрбиәләгәнегеҙ өсөн һеҙгә ысын күңелдән рәхмәт белдерәбеҙ. Улығыҙ менән хаҡлы рәүештә ғорурлана алаһығыҙ. Булат киләсәктә лә шундай булып ҡалыр, тип ышанабыҙ».
Беҙҙең хәбәрсе.
Читайте нас: