САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
15 Ғинуар 2020, 11:58

ГТО билдәһе тапшырылды

Шәрип ауылында ГТО Бөтөн рәсәй физкультура-спорт комплексының «Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер» билдәләрен һәм таныҡлыҡтарын тапшырыу тантанаһы булды. Барлығы егерме ике билдә тапшырылды.
Муниципаль тест үтеү үҙәге етәксеһе Ринат Хәмәтдинов һәм үҙәктең судьяһы Рәдис Ҡифәтов билдәгә лайыҡ булыусыларҙы тәбрикләп, сәләмәт тормош рәүешенә ынтылыуҙың мөһимлеген билдәләнеләр һәм спортта яңы ҡаҙаныштар теләнеләр.
Беҙҙең хәбәрсе.
Читайте нас: