1-се Кушнаренко урта мәктәбендә ябай булмаған дәрес үтте. Уҡыусылар янына ҡунаҡҡа «Башкиравтодор» йәмғиәте филиалы – Кушнаренко юл төҙөү-ремонтлау идаралығы вәкилдәре килде.
Асфальт-бетон заводы инженеры Зәки Солтанәхмәтов предприятиеның тарихы һәм эшсәнлеге, юл хеҙмәткәрҙәре коллективының һәр көндө нимәләр менән шөғөлләнеүҙәре тураһында һөйләне. Шулай уҡ сифатлы юл төҙөү серҙәре менән таныштырҙы.
– Һеҙгә, өлкән синыф уҡыусыларына, тиҙҙән ниндәй һөнәр һайлауығыҙҙы, ҡайһы уҡыу йортона инәсәгегеҙҙе хәл итергә кәрәк буласаҡ. Ә юл хеҙмәткәренең абруйы йылдан-йыл күтәрелә бара. Был һөнәр – көслө һәм түҙемле ир-егеттәр өсөн. Шуға күрә һеҙҙе тап үҙебеҙҙең арала күрергә теләк ҙур, – тине ул.